Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • Россия, Республика Башкортостан, 450005, г. Уфа, ул. Кирова, д. 54
  • Приёмная комиссия: тел.: (347) 228-79-32, моб. тел.: +7 (963) 898 4095, Приемная директора: (347) 228-83-18
  • Приёмная комиссия: utec-priem@yandex.ru, Приемная директора: utec@mail.ru

Педагогам

Йыл йомғактары

Йыл йомғактары Йыл йомғактары Йыл йомғактары Йыл йомғактары Йыл йомғактары Йыл йомғактары Йыл йомғактары

22 Декабря 2022 10:12

Количество просмотров: 425

2022  йыл тамамланыуына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Мәҙәни  мираҫ йылы Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары  өсөн айырыуса әһәмиәтле булды. Алдынғы йәштәребеҙ уҡыуҙа ла, спортта ла, фән буйынса ла  ҙур еңеүҙәр яулап, белем усағында  уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлдә икәнлеген иҫбатланы. 1 курс студенттары ла тәүге көндән алып барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, әленән-әле уңыштары менән ҡыуандырып тора. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, башҡорт теле дәрестәре  уҡыусыларҙа илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоларын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу, ғилми эҙләнеү эштәрен башҡарыуҙа ла тап ошо хистәр этәргес көс булып тора. 2209 төркөмөндә белем алыусы Латыпова Элина  ”Башҡортостанда этнотуризмдың стратегик үҫеше” тип аталған фәнни эше менән «Ғилем» конкурсында уңышлы сығыш яһап,  II  дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ, Өфө ҡаласығының нигеҙ һалыныуына 450 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған ижади конкурста Элина Латыпова «Минең ҡаламдың  урамдары тарихы» исемле иншаһы менән 2 урын яуланы. Тағы ла бер мәртәбәле еңеүсе – Йәнбирҙина Элина (2215 төркөмө).Башҡорт теле көнөнә арналған бөтә Рәсәй иншалар конкурсында  Элинаның эше иң яҡшылар исемлегенә индерелде, ул II дәрәжәле дипломға эйә булды. Тырыш, өлгөр студенттар менән эшләүе оло кинәнес, киләсәктә лә уҡыусыларыбыҙҙың ҙур еңеүҙәренә шатланырға уртаҡ ғүмер насип итһен тип теләйбеҙ.